05:00 (UTC+5), 02 Ноября 2017

Эльвира Нәбиуллина донъяның иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә ингән

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Сығышы менән Өфөнән, хәҙер Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина Forbes версия буйынса донъяның иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә инде. Үҙәк банк етәксеһе 49-сы баҫҡысты биләй. Был исемлектә Рәсәйҙән тағы ла бер ҡатын-ҡыҙ – Russia Today телеканалы баш мөхәррире Маргарита Симоньян, ул 52-се урында тора.
Былтыр Эльвира Нәбиуллина 56-сы урынды биләп, был рейтингта Рәсәйҙән бер үҙе ине.
Былтырғы алдынғылыҡты Германия канцлеры Ангела Меркель һаҡлай, икенсе урында Бөйөк Британия премьер-министры Тереза Мей, өсөнсө баҫҡыста – Америка эшҡыуары һәм филантроп Мелинда Гейтс, Misrosoft копорацияһына нигеҙ һалыусы Билл Гейтстың хәләл ефете.
Америка телевидениеһы алып барыусыһы Опра Уинфи 21-се урынды биләй, йырсы Бейонсе – 50-се.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика