03:00 (UTC+5), 01 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов һөт кухнялары эшен тергеҙергә ҡушты

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итеүе барышында Өфөлә йәшәүсе Кристина Семёнова балаларҙы бушлай һөт аҙыҡтары менән ваҡытында тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү үтенесен белдерҙе.
Йәш әсә рецепт буйынса алырға тейеш балалар ҡатышмаларының һәм бутҡаларҙың йыш ҡына булмауын, ә биргәндәренең балаға тап килмәүен һөйләне.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бушлай балалар аҙығын, шул иҫәптән һөт кухняларын ойоштороу мәсәьәләһен күп тапҡыр күтәргән Башҡортостан Башлығы был эште, тәү сиратта, муниципаль кимәлдә, әүҙемләштереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Балалар аҙығы темаһы – ысынлап-та киҫкен, – тине Рөстәм Хәмитов. – Уны республика кимәлендә асыҡларға тура килә, ә бының менән ҡала шөғөлләнергә тейеш. Әммә муниципалитеттар бер нимә лә эшләмәй тиерлек. Ә һөт кухняларын булдырырға кәрәк. Элек улар бик яҡшы эшләне. Беҙ был темаға тағы ҡайтырбыҙ әле, йәш әсәләрҙе бушлай балалар аҙығы менән тәьмин итеү өсөн ресурстар табырға, ҡала структураларының эшен әүҙемләштерергә тырышырбыҙ. Мохтаждар уны алырға тейеш.
Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә был һорауҙы хәл итеү варианттарын тикшерергә йөкләмә бирҙе.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика