04:00 (UTC+5), 01 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан буйлап виртуаль экскурсия проектын хупланы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итеүе барышында Өфөнән «3DStudio» компанияһын етәкләүсе Станислав Семёнов «Башҡортостан буйлап виртуаль экскурсия» проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
Уның һүҙҙәренсә, үҙенсәлекле яңы интернет-портал теләгән һәр кемгә алыҫтан республикала, уның төрлө урындарында булырға, тәбиғәттең хозурлығын баһаларға, иҫтәлекле урындарҙы, шифаханаларҙы, ҡунаҡханаларҙы, башҡа объекттарҙы күрергә һәм өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк. Был проект халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә, конгрестарҙа, инвесторҙар менән һөйләүшеүҙә төбәктең яҡшы таныштырыу сараһына әйләнәсәк. Бынан тыш, Станислав Семёнов фекеренсә, ул Рәсәйҙә, республикала йәшәүселәр, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тарафынан ихтыяжлы буласаҡ.
Компания бындай виртуаль турҙар әҙерләү тәжрибәһенә эйә. Уның заказ биреүселәре иҫәбендә – Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре шифаханалары, тау саңғыһы комплекстары, муниципаль берәмектәр. «Башҡортостан буйлап виртуаль экскурсия» проектын республиканың 100 йыллығына тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Төбәк Башлығы туризмды үҫтереү өсөн проекттың өҫтөнлөгөн билдәләне, уны мультителле итеп эшләргә, унда төрлө төркөм, мәҫәлән Ҡытай Халыҡ Республикаһы туристарына ҡыҙыҡлы булырҙай маршруттар ҡарарға тәҡдим итте.
- Һәйбәт, ҡыҙыҡлы идея, мин уны хуплайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ, уны нисек тормошҡа ашырыу яғын, беҙҙән нимә талап ителгәнен ҡарайыҡ.
Республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса комплекслы план әҙерләргә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика