08:20 (UTC+5), 01 Ноября 2017

Ноябрь айында Башҡортостанда аномаль яуым-төшөм көтөлә – Рәсәй гидрометеорология үҙәге

Ксения Калинина
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй гидрометеорология үҙәге ноябргә һауа торошо фаразын баҫып сығарҙы. Көҙҙөң һуңғы айы республикала ғәҙәттәгегә ҡарағанда йылыраҡ булмаҡсы. Әммә төбәккә аномалиялар килә.
«Ноябрҙә Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан 1 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә, — тип аңлаттылар Рәсәй гидрометеорология үҙәгендә. — Айлыҡ яуым-төшөм күләме – күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән күберәк».
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәре буйынса, 7-10 ноябрҙә республикала ҡар ята. Был аҙнала Башҡортостанда һауа температураһы түбәнәйә.
Төбәгебеҙҙең һуңғы 30 йылда ниндәй рекордтар ҡуйғанлығы тураһында тулыраҡ «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика