07:00 (UTC+5), 01 Ноября 2017

Башгидрометүҙәктә республикаға минуслы температураның ҡасан ҡайтыуын һөйләнеләр

Ксения Калинина
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Икенсе көн рәттән һауа торошо Башҡортостан халҡын үҙенең йылылығы менән ҡыуандыра. Башгидрометүҙәк белгестәре аңлатыуынса, октябрь аҙағында республикала «йылы атлантик һауа массаһы» күҙәтелә.
«Ыңғай һауа температураһы һәм ямғырҙар ҡар ҡатламының иреүенә килтерҙе. Ул 28 октябргә ҡарата бөтә республика буйлап тиерлек ята ине. 31 октябргә 3-6 сантиметр бейеклектә ҡар ҡатламы көнсығыш буйынса – таулы һәм ҡалҡыу урындарҙа һаҡлана», — тип һөйләнеләр республиканың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында.
Әммә шаршамбы, 1 ноябрҙә, төбәккә һыуыҡ фронт әйләнеп ҡайта. Һауа температураһы төндә -1,+4-тән -2,-7, аяҙытҡанда -12 градусҡаса түбәнәйәсәк, көндөҙ 0,+5-тән -2,+3 градус.
«Ямғырҙар епшек ҡар менән алмашына, ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары була. Йәнә ҡар ҡатламлы райондарҙың һаны арта», — тип аңлатты синоптиктар.
Метеорологтарҙың фараздары буйынса, 7-10 ноябрҙә Башҡортостанда ҡар ята.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика