06:00 (UTC+5), 31 Октябрь 2017

Төбәктә ҡырағай бал ҡорттары хаҡында уникаль китапты инглиз теленән тәржемә итеүселәрҙе эҙләйҙәр

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы хакимиәте бал ҡорттарының тәртибе хаҡында «Following the Wild Bees» китабын инглиз теленән руссаға техник тәржемә итеү өсөн инглиз телен белгән волонтерҙы эҙләй. Китаптың авторы – күренекле Америка ғалимы, апиолог Томас Дайер Сити. Һүрәттәргә бай китап 149 биттән тора һәм ҡырағай бал ҡорттары, уларҙы иҫәпкә алыу алымдары тураһында һөйләй. Был мәғлүмәт ошо бөжәктәрҙе һаҡлау менән шөғөлләнгән берҙән-бер ҡурсаулыҡ өсөн бик файҙалы булыуы мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡуңыр төҫтәге урман бал ҡорто генетик таҙалыҡ яғынан тик Бөрйән районында һәм уның эргә-тирәһендә һаҡланған. 2012 йылда «Башҡорт Уралы» комплекслы биосфера резерватын һәм уның составына ингән башҡа һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу менән улар боронғо кәсеп – солоҡсолоҡ шарттарында солоҡ ҡортон һаҡлап ҡалыу менән шөғөлләнә.
Ярҙам итергә теләүселәрҙән яуаптар mnkos@mail.ru адресына һәм (34755)33710 телефоны буйынса ҡабул ителә.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика