15:34 (UTC+5), 31 Октября 2017

Башҡортостанда этнографик диктанттың майҙансыҡтары билдәле булды

ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 3 ноябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата «Ҙур этнографик диктант» акцияһы уҙа. Республика ошо акцияға икенсе тапҡыр ҡушыла.
Этнография буйынса диктант яҙыу өсөн 12 майҙансыҡ билдәләнгән. Улар иҫәбендә — Башҡорт дәүләт университеты, атап әйткәндә, Тарих һәм дәүләт идара итеүе институты (К. Маркс урамы, 3/4, гуманитар корпус, 4-се ҡат, 405-се аудитория), шулай уҡ юғары уҡыу йортоноң Сибай, Нефтекама, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы филиалдары; М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты; Мәләүездәге Башҡортостан технологиялар һәм идара итеү институты; Башҡортостан социаль технологиялар институты; Өфө киң профилле һөнәри колледжы; Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәри колледжы; Нефтекама педагогия колледжы; Мәсәғүт педагогия колледжы.
Диктант 30 тест һорауынан тора, ул федераль (20 һорау) һәм төбәк (10 һорау) тематикаһын үҙ эсенә ала. Тесҡа 45 минутта яуап бирергә кәрәк. Онлайн-тесты 3 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 5 ноябргә тиклем үтергә мөмкин.
Диктанттың һөҙөмтәләрен, эштәрҙең дөрөҫ яуаптарын һәм типик хаталарҙы 12 декабрҙә сайтта ҡарарға була.
Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр менән танышыу өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика