07:51 (UTC+5), 31 Октября 2017

Башҡортостанда «Еҙем» тәбиғәт паркы булдырыла

prirodasibiri.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың күркәм урындарының береһе булып танылған Ғафури районында «Еҙем» тәбиғәт паркын булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Урындағы мәмерйәләр һәм Еҙем йылғаһы бик күп туристарҙы йәлеп итә. 30 октябрҙә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында йәмәғәт тыңлауҙары үтте, унда белгестәр һәм Ғафуриҙан делегация ҡатнашты.
«Муниципалитет һәм халыҡ парк асыуға ҡыҙыҡһыныу белдерә, сөнки беҙҙең ошо биләмәне тәртиптә тоторлоҡ хәлебеҙ юҡ. Өҫтәүенә бында туристар ағымы бик ҙур. Мәҫәлән, май байрамдарында тәүлегенә 500-гә яҡын кеше Еҙем буйлап йөҙә. Күптәр ҙур автомобилдәрҙә, квадроциклдарҙа ял итергә килә, шул рәүешле тәбиғәткә зыян килтерә. Әгәр парк асылһа, ошо мәсьәләләр хәл ителер, яңы эш урындары барлыҡҡа килер ине», — тине район башлығы урынбаҫары Руслан Салауатов.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин тәбиғәт паркын булдырыу районда инфраструктураны үҫтереү өсөн ҙур этәргес буласаҡ, туристар ағымын арттырырға һәм көйләргә мөмкинлек бирәсәк тип билдәләне. Паркты ойоштороу барышында спелеологтар Киндерле мәмерйәһе эргәһендә урынлашҡан йөҙҙән ашыу мәмерйәне тикшерҙе. Киндерленең үҙендә, уның туристар өсөн рәсми асыуҙан элек, микробиологтарға һәм микроклиматологтарға байтаҡ эштәр башҡарыу бурысы тора.
Йәмәғәт тыңлауҙарынан һуң «Еҙем» тәбиғәт паркы тураһында положение экологик экспертиза үтергә тейеш, һуңынан документтар килешеү өсөн Рәсәйҙең Экология министрлығына ебәрелә.
Парк яҡынса 365 квадрат метр майҙанлыҡ биләмәлә билдәләнгән (Ғафури районы 3 мең квадрат метр майҙанды биләй).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика