03:30 (UTC+5), 30 Октября 2017

Республика халҡының 37 проценты киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Төбәк «Роспотребнадзор» идаралығының мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 1 505 368 кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан – ул республика халҡының 37 проценты. 2016 йылдың октябрь һуңына халыҡтың тик 26,2 проценты вакцинацияланған булған.
1 113 260 өлкән кеше һәм 338 990 бала вакцинаны федераль бюджет иҫәбенә алған, тағы ла 53 118 кешегә эш биреүселәр иҫәбенә һәм үҙ аҡсаларына прививка яһалған.
Башҡортостанда әлегә грипп менән ауырыу осрағы теркәлмәгән. Миҙгелле киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең һаны арта бара, әммә эпидемик сиктән түбән булып ҡала. Ауырыуҙарҙың һаны буйынса мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Евгений Степанов килтерҙе, уның һүҙҙәренсә, аҙна һайын республикала йәшәүсе 16-20 мең кешегә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы тигән диагноз ҡуйыла.
Вирус нимәһе менән ҡурҡыныс, һыуыҡ үткәндән прививка ҡотҡарырмы һәм ни өсөн вакцина иң яҡшы иҫкәртеү сараһы булып ҡала – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика