06:24 (UTC+5), 30 Октября 2017

Илсур Сөләймәновтан яңы видео: Манчестер университетына нисек уҡырға инергә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Блогер Илсур Сөләймәнов үҙенең башҡорт телендәге YouTube каналында икенсе видеосерияһын яҙҙырған. Икенсе сығыштың темаһы — «Өфөнән Манчестерға, йәки магистратураға нисек уҡырға инергә». Унда Илсур практик кәңәштәр бирә, Манчестер университеты миҫалында Рәсәйҙә һәм Европала белем алыуҙың айырмаһы хаҡында һөйләй.
Блогер юҡҡа ғына Манчестер университетын һайламауын аныҡлай, сөнки 1954 йылда тап ошонда танылған башҡорт ғалимы һәм төркиәтсеһе Әхмәтзәки Вәлиди почетлы доктор дәрәжәһен алған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөйөк Британияла йәшәгән Башҡортостан егете Илсур Сөләймәнов телгә булышлыҡ итеү өсөн тәүге башҡорт YouTube каналын асты. Бер аҙна эсендә роликты 9 меңдән ашыу кеше ҡараны. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов блогерҙың башланғысын хупланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика