09:44 (UTC+5), 30 Октябрь 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһында киң мәғлүмәт сараларында Экология йылын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында киң мәғлүмәт сараларында Экология йылын яң яҡшы яҡтыртыу конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана.
Бәйгелә республика, ҡала, район, берләштерелгән гәзит, журнал редакциялары, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары (интернет, телевидение һәм радио) ҡатнаша ала. Конкурста 2017 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә тиклем баҫылып сыҡҡан материалдар тәҡдим ителә, уларҙың һаны сикләнмәй. Эштәр 2017 йылдың 10 ноябренә ҡәҙәр ҡабул ителә. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә, баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге. Телефон: (347) 218-07-72.
Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Журналистар союзы. Маҡсаты — республиканың киң мәғлүмәт сараларын Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы сараларын тулыраҡ яҡтыртыуға йәлеп итеү, йәмғиәттең иғтибарын экологик үҫеш, биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә йүнәлтеү.
Конкурс тураһында положение, ғаризаның формаһы ойоштороусыларҙың рәсми сайттарында баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика