02:30 (UTC+5), 30 Октябрь 2017

Башҡортостанда алтынсы класс уҡыусыһы ике йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге уҙған йылдың март айында ике йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған алтынсы класс уҡыусыһы Ярослав Адоньевты бүләкләне.
Стәрлетамаҡтың 8-се мәктәбе уҡыусыһы дуҫтары менән урамда уйнап йөрөгән. Бер мәл ир бала икенсе ҡатта шар асыҡ тәҙрә төбөндә бәләкәй баланы күреп ҡала. Ярослав дөрөҫ һиҙемләй – бер аҙҙан ҡыҙ тәҙрәнән ҡолай башлай. Бәхеткә күрә, малай йорт янына ваҡытында барып етә һәм ҡыҙҙы ҡотҡара.
«Үҙенең батырлығы өсөн Ярослав Адоньев Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге тарафынан бүләкләнде. Тантаналы шарттарҙа 8-се мәктәп уҡыусылары алдында Ярославҡа Мәскәүгә бүләкләү тантанаһына саҡырыу ҡағыҙы тапшырылды. Унда ир бала 2 ноябрҙә бара», — тип һөйләнеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика