03:50 (UTC+5), 27 Октября 2017

Төбәктә бешмә вирусы табылған урындарҙа һуңғы дезинфекция үткәрелде

«Туймазинский вестник»
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Октябрь башында бешмә вирусы табылған Башҡортостандың тораҡ пункттарында һуңғы дезинфекцияны үткәрҙеләр. Атап әйткәндә, Ҡандра, Йәрмөхмәт, Үрмәкәй һәм Түбәнге Ҡаранйылға ауылдарында аҙбарҙарҙы һәм мал аҙығын һуңғы тапҡыр дезинфекцияланылар. Был эшкә республиканың 20 ветеринария белгесе, биш махсус машина – Комаров дезинфекция ҡоролмаһы йәлеп ителде. Ул асыҡ һәм ябыҡ урындарҙа химик препаратты тиҙ арала һәм күпләп һибергә мөмкинлек бирә. Комаров ҡоролмаһы ярҙамында белгестәр малсылыҡ комплекстары биләмәләрен, ә артмаҡлы һиптергестәр менән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы эшкәртеп сыҡты.
«Бынан тыш, ошо көндәрҙе малға ревакцинация яһала, — тип хәбәр итте райондың баш ветеринария табибы Илгиз Нәсибуллин. — Беҙҙең белгестәргә яҡын райондарҙағы ветеринарҙар ҙа ярҙам итә. Шулай уҡ райондағы бөтә малға биркалар ҡуйыласаҡ».
Бөгөнгө көнгә бешмә вирусы сығанаҡтары тулыһынса бөтөрөлгән, бөтә полигондар ҙа ябылған, тотош ҡойма менән кәртәләнгән һәм бер ниндәй хәүеф тыуҙырмай, тип хәбәр итә «Туймазы хәбәрсеһе».
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика