11:58 (UTC+5), 27 Октября 2017

Башҡортостандан дизайнер Мәскәүҙә Mercedez-Benz Fashion Week Мода аҙналығында ҡатнашты

автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Мәскәүҙә Mercedez-Benz Fashion Week — Көнсығыш Европаның абруйлы Мода аҙналығы барышында Рәсәй дизайнерҙарының 2018 йылдың яҙ, йәй миҙгелдәрендә модалы кейем-һалымдар коллекцияһы күрһәтелде. Улар араһында тәүге тапҡыр ZIYA коллекцияһы тәҡдим ителде, уның авторы — сығышы менән Башҡортостандан булған Мәскәү дизайнеры Зия Гараз. Ул «Мең дә бер кисә» тип аталған кейем-һалым линияһын әҙерләгәйне.
Зия Гараз Белоретта тыуып үҫкән, кейем-һалым конструктор-технологы белгеслеге буйынса Өфө технологик сервис институтын тамамлаған, һуңынан оҙаҡ ҡына Магнитогорскиҙа һәм Когалымда йәшәгән. Когалымда ZIYA исемле модалы кейемдәр тегеү ательеһын аса, Ханты-Мансиҙа, Нижневартовскиҙа һәм башҡа ҡалаларҙа конкурстарҙа, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Шул саҡта уның моделдәренә конкурстарға жюри рәйесе сифатында килгән танылған дизайнер Вячеслав Зайцев иғтибар итә.
Бөгөн Зия Гараз Мәскәүҙә йәшәй һәм үҙенең элекке ательеһының исемен иҫтә ҡалырлыҡ брендҡа әүерелдереү бурысын ҡуя. Мәскәүҙә Mercedez-Benz Fashion Week Мода аҙналығында ул бәрхәттән ҡатын-ҡыҙҙар кейеме коллекцияһын тәҡдим итте. «Һәр ваҡыт миңә сағыу, көнсығыш буяуҙары оҡшай торғайны, һәм һинд стилендә уңайлы көндәлек кейем-һалым тегеү тураһында хыяллана инем. Хәҙер бәрхәт — туҡымалар араһында модала. Мин һуңғы ике аҙна эсендә генә Мода аҙналығы өсөн махсус рәүештә ун модель тектем. Артабан уларҙы күпләп тегергә ниәтләйем. Мәскәүҙәргә, шул иҫәптән баш ҡалабыҙҙа йәшәгән яҡташтарыма улар оҡшар тип ышанам», — тип һөйләне дизайнер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика