10:40 (UTC+5), 26 Октябрь 2017

Йомағужа һыу һаҡлағысы төбөндә табылған һуҡыр ҡыҫалалар уникаль булып сыҡты

Ольга Мортазина
Ольга Мортазина
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Набиева/. Һыу аҫты мәмерйәһе белгестәренең Һаҡаҫҡы мәмерйәһендәге сенсациялы табышы ғилми рәүештә раҫланды. Йомағужа һыу һаҡлағысы төбөндә табылған һуҡыр ҡыҫалалар – донъяла башҡа бер ерҙә лә осрамаған ҡыҫалаларҙың уникаль төрө, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Ғалимдарҙың асышы ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Ер шарында йылына 10-лаған яңы хайуан төрө теркәлә. Шуға мәғлүмәт ғилми нигеҙләүҙе талап итте. Башҡорт дәүләт педагогия университеты лабораторияһында уникаль төрҙө тулыһынса тикшерҙеләр.
«Башҡортостанда һыу аҫты мәмерйәләре бик үк өйрәнелмәгән, беҙҙе тағы ла күберәк ҡыҙыҡлы асыштар көтә тип уйлайым. Ҡыҫалаларҙы өйрәнә башлауҙан тыш, Һаҡаҫҡы мәмерйәһендәге һыуҙы тикшерәбеҙ һәм тағы ла берәй ҡыҙыҡлы нәмә табырға өмөтләнәбеҙ», — тип һөйләне Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи-география факультеты деканы Наталья Суханова.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, экспедицияла Екатеринбургтан, Санкт-Петербургтан, Өфөнән һигеҙ һыу аҫты мәмерйәһе белгесе ҡатнашты. Бер аҙна эсендә улар 800 метр арауыҡты үтте, тәүге йөҙ метрын төшөрөп алды, водолаздарға эшләү өсөн арҡан һуҙҙы, ете ҡатлы йорт бейеклегендә ҙур «зал» асты һәм илле метр тәрәнлектә сөсө һыуҙа йәшәй торған яңы хайуан төрөн – үтә күренмәле ҡыҫаланы тапты. Был һуҡыр умыртҡаһыҙҙарҙың һыу аҫтында йөҙләгән йылдар буйына үҫешеүе ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика