03:20 (UTC+5), 26 Октябрь 2017

Индонезияның Тенгаронг ҡалаһында 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһы менән таныштырҙылар

БР Хөкүмәте
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 25 октябрҙә Индонезияла Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре советы Генераль ассамблеяһы (CIOFF) ултырышында 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһы менән таныштырыу үтте.
Башҡортостанда ҙур сараны уҙғарыуға әҙерлек хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һөйләне. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указға ҡул ҡуйыуы һәм әлеге ваҡытта ойоштороу комитеты һәм федераль саралар планы булдырылыуы билдәләнде. Республика кимәлендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ойоштороу комитетын һәм эшсе төркөмдө раҫлаған. Төбәк ойоштороу комитеты әҙерләгән план проекты Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре советы Генераль ассамблеяһына тапшырылған һәм уның ағзалары тарафынан хуплау алған.
47-се бөтә донъя Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре советы конгресы барышында Өфөлә 2016 йылдың декабрендә төҙөлгән Бөтә донъя Фольклориадаһын уҙғарыу өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре советы Башҡарма комитеты һәм Республика халыҡ ижады үҙәге араһында Килешеү төҙөлдө. Был килешеүҙә 2020 йылғы төп мәҙәни сараға әҙерлек һорауҙары ҡаралған.
СИОФФ президенты Филипп Боссан Фольклориадаға һәм киләһе йылдың сентябрендә Башҡортостанда уҙасаҡ 48-се Бөтә донъя Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре советы конгресына әҙерлек барышын юғары кимәлдә билдәләне.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика