04:00 (UTC+5), 26 Октября 2017

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы үҙгәртеп ҡороласаҡ

http://www.bagsurb.ru сайтынан
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы үҙгәртеп ҡороласаҡ, тип хәбәр итә РБК-Өфө Рөстәм Хәмитовтың электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса ултырышындағы белдереүенә һылтанып.
«Беҙ юғары белем биреүҙе әҙерләү системаһы буйынса ҡабул итеүҙе туҡтатабыҙ. Бында уҡырға ингән студенттарҙы уҡытып бөтөрәбеҙ. Бер нисә йылдан академия дәүләт һәм муниципаль хеҙмәте өсөн кадрҙар әҙерләү, белемдәрен күтәреү һәм кваликацияны арттырыу буйынса беҙҙең төп учреждениеға әйләнәсәк, — тип төбәк етәксеһенең һүҙҙәрен килтерә баҫма. — Академия Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йортона әйләнһен, Рәсәй Федерацияһы субъекты кимәлендә квалификацияны күтәреү эшен нисек ойошторорға мөмкин һәм кәрәк икәнлеген ҡарарға һәм өйрәнергә килһендәр өсөн беҙ уға етди рәүештә көс һалырға тейеш».
Төбәк Башлығының фекеренсә, 13 мең дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәре өс йылына бер түгел, ә йыл һайын уҡырға, белемен күтәрергә, улар эшләгән бөтә йүнәлештәр буйынса яңы белем алырға бурыслы.
Хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын электрон белем биреү – видеодәрестәр, вебинарҙар, текстлы онлайн-трансляциялар һәм башҡа интерактив формалар ярҙамында ла күтәреү күҙаллана. Ул уҡыуҙы муниципалитет хеҙмәткәрҙәренең эш һәм йәшәү урынына яҡынайтасаҡ. Әлегә тәҡдим ителгән 22 электрон курсы буйынса 38 дәүләт власы органынан яҡынса 2 мең хеҙмәткәрҙән 4,5 мең ғариза ҡабул ителгән. 1600 хеҙмәткәр «Электрон белем биреү» порталында теркәлгән. Әлеге ваҡытта 3700 электрон курстан 2144-е буйынса уҡыу тамамланған һәм йомғаҡлау тестары тапшырылған. Киләсәктә электрон белем биреүгә бюджет өлкәһе – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү күҙаллана. Бынан тыш, «Электрон белем биреү» порталында шул иҫәптән дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн башҡорт теленә уҡытыу бүлеген булдырыу көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика