07:07 (UTC+5), 25 Октября 2017

Республикала йәшәүселәр башҡорт телен дистанцияла өйрәнә ала

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Тиҙҙән теләгән һәр кем «Электрон белем биреү» порталы ярҙамында башҡорт телен дистанцияла өйрәнә ала. Дәүләт хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү мәсьәләләренә арналған электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле бүлек булдырырға ҡушты.
– Порталда, шул иҫәптән беҙҙең дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн башҡорт теле буйынса бүлек булырға тейеш. Глоссарийҙар, төп терминдар менән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Кеше, сайтта эшләп, башҡорт теленә лә өйрәнһен әйҙә. Быны эшләргә кәрәк.
Ултырыш барышында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин башҡорт телен өйрәнеү буйынса онлайн-курстар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара дистанцияла уҡытыу системаһы» электрон белем биреү ресурсын әҙерләгән, тип билдәләне ул. Ләкин әлеге ваҡытта унда башҡорт телен бөтөнләй белмәгәндәр өсөн – беренсе кимәлдәге программа ғына бирелгән. Икенсе һәм өсөнсө кимәлдәге программаларҙы төҙөү өсөн өҫтәмә аҡса талап ителә.
– Ресурстарҙы табырбыҙ. Сөнки был беҙгә һәм, иң мөһиме, йәмғиәткә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Әле хөкүмәт Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса программа әҙерләй. Унда һәммәһе лә ҡатнаша ала. Һәйбәт ресурстар планлаштырыла. Изге эшкә аҡса йәлләмәйбеҙ. Башҡорт телен өйрәнеү темаһын икенсе, ҡыҙыҡлы, заманса форматта үҫтереү беҙҙең өсөн бик мөһим.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика