03:30 (UTC+5), 25 Октябрь 2017

Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында яңы етәксе

https://rosreestr.ru сайтынан
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе итеп Пётр Клец тәғәйенләнде. Рәсәй Федерацияһы иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған.
Пётр Вячеславович Клец — сығышы менән Ростов өлкәһенән. 2001-2005 йылдарҙа Ростов өлкәһе биләмәһендә Күсемһеҙ милеккә һәм уның менән һүҙ ҡуйышыуға хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе буйынса юстиция учреждениеһында, Федераль теркәү хеҙмәтенең Ростов өлкәһе буйынса баш идаралыҡта эшләй. 2007 йылдан – Федераль теркәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы. 2008-2012 йылдарҙа – Федераль теркәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Һуңынан Тула өлкәһендә эшләй. 2014 йылдан – Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика