06:03 (UTC+5), 25 Октября 2017

Башҡортостанда инсультҡа ҡаршы көрәшкә арналған саралар бара

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 23-27 октябрҙә Өфөлә һәм республикала Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнөнә бағышланған саралар уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр мэриянан. Иҫкәртеү саралары инсультты һәм унан үлеү осраҡтарын кәметеү проблемаһын хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, шуға күрә Башҡортостанда ошо дата алдынан һаулыҡ һаҡлау белгестәре халыҡ өсөн профилактик саралар ойошторҙо. Улар халыҡтың инсульт, диспансерлаштырыу һәм һәм медицина тикшереүҙәрен ваҡытында үтеү, хәүеф факторҙарын төҙәтеү һәм физиологик параметрҙарҙы контролдә тотоу, шулай уҡ инсульт билдәләрен һәм улар күренгән осраҡта үҙаллы эш итә белеү кәрәклеге хаҡында белем кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.
27 октябрҙә «Планета» сауҙа-күңел асыу комплексында «Бергәләп инсультҡа ҡаршы» акцияһы уҙа, унда күсмә мобиль комплекстарҙың эше ойошторола, скандинавса йөрөү буйынса күрһәтмә дәрестәр һәм башҡа саралар ҡаралған. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика