04:20 (UTC+5), 25 Октября 2017

Башҡортостан йылғалары ғәҙәттәгенән иртәрәк туңасаҡ - синоптиктар

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Республика йылғалары температураһы 0 градусҡа еткәс 10-15 көн дауамында туңа. Быйыл Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтары күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән иртәрәк туңа, тип хәбәр итте синоптиктар.
«Бөгөн тау йылғаларында һәм Ағиҙел йылғаһы үрендә һыу температураһы 1,4-3,2 градус самаһы тәшкил итә. Һыуыҡ һауа торошо һаҡланғанда ошо йылғаларҙың иртәрәк, 26-27 октябрҙән, боҙланыуы ихтимал», — тип аңлаттылар Башҡортостан гидрометеорология үҙәгендә.
Ағиҙел йылғаһының суднолар йөрөгән участкаларында температура әлегә юғары – 4-5,5°С, шуға улар һуңыраҡ боҙ менән ҡаплана. Метеорологтарҙың фараздары буйынса, ул ноябрҙең тәүге декадаһында була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика