12:34 (UTC+5), 24 Октября 2017

Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Советта дәүләт хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү мәсьәләләрен тикшерҙеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Советтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда Совет ағзалары, шулай уҡ республиканың профилле министрлыҡ, ведомство, юғары уҡыу йорттары һәм мәғариф ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн Башҡортостанда 5 мең дәүләт һәм 8 мең муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Бөтәһе – 13 мең кеше. Уларҙың профессиональ белеменә һәм оҫталығына талаптар йылдан-йыл ҡәтғиләшә.
– Прокуратура, башҡа контроль-күҙәтеү органдарының бойороҡтары, суд дәғүәләре йыш ҡына башҡарыусыларҙың хаталары арҡаһында килеп тыуа, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, бындай хаталар булырға тейеш түгел. Шуларҙың киң таралғандарын анализларға, белем биреүҙең ҡайһы өлкәләрендә етешһеҙлектәр барлығын асыҡларға, быны уҡытыу процесында иҫәпкә алырға, дөрөҫ булмаған ҡарарҙарҙы иҫкәртеү өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәк. Идара итеү ҡарарҙарының, тимәк, халыҡтың йәшәү сифаты дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығына бәйле.
Рөстәм Хәмитов йыл башынан республика Башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре идаралығы дәүләт хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу менән ныҡлап шөғөлләнеүен хәбәр итте. Тәҡдим ителгән 22 электрон курс буйынса 38 дәүләт власы органынан 4,5 мең ғариза килгән. Был – 2 мең самаһы хеҙмәткәр. Әлеге ваҡытҡа 3 700 электрон курс уңышлы тамамланған һәм 2 144 курс буйынса тест тапшырылған.
– Электрон белем биреү уҡытыуҙы дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эшләгән һәм йәшәгән урынына яҡынайта. Улар өс йылға бер тапҡыр квалификацияһын күтәрергә тейеш, тиҙәр миңә. Ә мин йыл һайын, хатта ярты йыл һайын йәки һәр квартал булырға тейеш тип иҫәпләйем. Сөнки мәғлүмәттәр ағымы бик ҙур, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең бурысыбыҙ – дәүләт хеҙмәткәрен компьютер алдында бушҡа ваҡыт уҙғармаҫҡа өйрәтеү һәм эшләргә мәжбүр итеү. Эш бар – беҙ халыҡ яҡшыраҡ йәшәһен өсөн яуап бирәбеҙ. Эшмәкәрлегебеҙҙең һәр минуты шуға бағышланған булырға тейеш.
1 из 5
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика