04:40 (UTC+5), 24 Октября 2017

Башҡортостанда миҙгелле киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең артыуы теркәлә

Башинформ
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда миҙгелле киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең артыуы билдәләнә, грипп теркәлмәгән. Ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбәнерәк һаҡлана, тип хәбәр итә Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығы.
Республикала прививка яһау кампанияһы дауам итә. 20 октябргә киҙеүгә ҡаршы 1 149 310 кешегә, йәғни республиика халҡының 28,2 процентына прививка ҡуйылған. Былтыр ошо көнгә халыҡтың 26,2 процентына прививка эшләнгәйне. Ведомствола аңлатыуҙарынса, федераль ҡаҙна иҫәбенә – 825 755 өлкән кешегә һәм 280 144 балаға, эш биреүселәр иҫәбенә һәм граждандарҙың үҙ аҡсаларына 43 411 кешегә прививка яһалған.
Киҙеүгә ҡаршы булған вакциналар был эпидемиологик миҙгелдә актуаль вирус штамдарынан һаҡлай. Төбәктә бөтәһе өс грипп төрө көтөлә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика