06:00 (UTC+5), 24 Октября 2017

Баш ҡалабыҙҙа ваҡытлыса ҡар ятты

Ксения Калинина, Татьяна Кадыкова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 23 октябрҙән 24-нә ҡарай төндә ваҡытлыса ҡар ятты. Автоһәүәҫкәрҙәрҙең иртәһе машинаны йылытыуҙан һәм уны ҡарҙан таҙартыуҙан башланды. Коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙағы боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар күрә башланы. Төндә юлдарҙың ҡатмарлы участкаларына ҡом һибелде. Бөгөн водителдәргә шәхси автомобилдәрендә юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыралар.
Алдан хәбәр ителгәнсә, республика биләмәһендә һауа торошон һалҡын арктик һауа массаһы билдәләйәсәк, шуға күрә һауа температураһы артабан да түбәнәйәсәк: төндә 0, -5 градустан -3,-8-гә тиклем, аяҙытҡанда -13. Көндөҙ иһә -2, +3 градус. Төбәктә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, ваҡытлыса ҡар ятыуы, төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ көтөлә. Аҙна башында һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.
Метеорологтар фаразына ярашлы, 4-8 ноябрҙә республикала ҡар ятыуы көтөлә.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика