16:51 (UTC+5), 24 Октябрь 2017

24-27 октябрҙә Ерҙә магнит дауылы көтөлә – киң мәғлүмәт саралары

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 24-27 октябрҙә Ерҙә сираттағы магнит дауылы көтөлә. Ошо хаҡта, Рәсәй Фәндәр академияһы Лебедев исемендәге Физика институтының Ҡояш рентген астрономияһы лабораторияһы белгестәренең фаразына һылтанма яһап, киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. Бөгөндән ҡояш матдәһе ағымының артыуы көтөлә.
Магнит дауылының көсө ике балл тәшкил итеүе мөмкин. Биш баллы шкала буйынса был уртаса дауыл тип баһалана.
13-14 октябрҙә кешеләр магнит дауылын үҙҙәрендә тойҙо ла инде. Эксперттар иҫәпләүенсә, магнит тулҡыны электр ҡорамалдары, атап әйткәндә, элемтә саралары эшендә тотҡарлыҡ тыуҙырыуы ихтимал, шулай уҡ техноген авариялар килеп тыуыу хәүефен арттыра. Бынан тыш, ошондай күренештәр һауа торошона һиҙгер кешеләрҙең һаулығына кире йоғонто яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика