10:12 (UTC+5), 23 Октября 2017

Республика биләмәһенә Арктика һалҡындарының үтеп инеүе көсәйә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан биләмәһенә Арктика һалҡынының үтеп инеүе көсәйә. Автомобиль хужаларын йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға саҡыралар, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. Температураның ҡапыл түбәнәйеүе республикала көндәрҙең һалҡынайыуына килтерҙе, ә уҙған ял көндәрендә төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар яуҙы, юлдарҙа боҙлауыҡ хасил булды. Төбәктең көньяғында ла яуым-төшөм көтөлә. Ошо аҙнаның башында һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.
«Республика биләмәһендә һауа торошон һалҡын арктик һауа массаһы билдәләйәсәк, шуға күрә һауа температураһы артабан да түбәнәйәсәк: төндә 0, -5 градустан -3,-8-гә тиклем, аяҙытҡанда -13. Көндөҙ иһә -2, +3 градус. Төбәктә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, ваҡытлыса ҡар ятыуы, төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ көтөлә», — тине Башгидрометүҙәктең метеофараздар бүлеге начальнигы Гөлназ Заһитова.
Алдан хәбәр ителгәнсә, метеорологтар фаразына ярашлы, 4-8 ноябрҙә республикала ҡар ятыуы көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика