05:46 (UTC+5), 23 Октябрь 2017

Башҡортостанда яман шеш менән сирләү кимәле юғары булған райондар аталды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яман шеш менән сирләү кимәле юғары булған райондарҙы иғлан итте. Ведомство яман шештең төрҙәре буйынса рейтинг төҙөнө. Башҡортостанда 2017 йылдың 9 айында 9 658 кешелә онкология табылған, тип хәбәр итә «Комсомольская правда в Уфе».
Сирҙе йышыраҡ республиканың Стәрлебаш районында асыҡлайҙар. Бында 100 мең кешегә 476,9 яман шеш осрағы тура килә. Кушнаренко (100 мең кешегә 406,2) һәм Әлшәй (447,1) райондарында ла ауырыу кимәле юғары.
Межгорьела (100 мең кешегә 143,3 осраҡ), Баймаҡ (194,5), Дыуан (177,9) һәм Бөрйән (201,9) райондарында онкология бик һирәк осрай.
Һөт биҙе яман шеше ҡатын-ҡыҙҙар араһында киң таралған онкология сире булып тора. Республикала 1 188 осраҡ теркәлгән.
Икенсе урында тире яман шеше – 992 осраҡ (10,5%), өсөнсөлә иһә үпкә яман шеше – 984 осраҡ (10,4%).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика