14:40 (UTC+5), 23 Октября 2017

Башҡортостан ҡыҙы «Азия-Себер һылыуҡайы-2017» тажы өсөн көрәшә

«Башҡортостан һылыуҡайы» агентлығы
«Башҡортостан һылыуҡайы» агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандан 17 йәшлек Динара Әхмәтханова «Азия-Себер һылыуҡайы-2017» милләт-ара матурлыҡ конкурсы тажы өсөн көс һынаша. Красноярскиға Яҡутстан, Тыва, Башҡортостан, Хакасия, Ҡырғыҙстан, Шория, Азербайжан, Тажикстан, Үзбәкстандан иң сибәр ҡыҙҙар йыйылды.
Динара Әхмәтханова — «Башҡортостан һылыуҡайы» агентлығы моделе. Быйыл яҙ «Башҡортостан һылыуҡайы» конкурсында ул «Башҡортостандың йәш һылыуҡайы-2017» исемен яуланы.
Красноярскиҙағы конкурс 28 октябргә тиклем дауам итә. Унда ҡыҙҙарҙы «Халыҡтың ғаилә традицияһы» темаһына визитка, ижади конкурс, милли йолаларҙы күрһәтеү, стилләштерелгән киске күлдәктәрҙә сығыш яһау көтә.
Динараның девизы: «Үҙеңә һәм хыялыңа ышан, һәм һин мотлаҡ үҙеңдең теләгеңә ирешәсәкһең».
Уның һүҙҙәренсә, «тормош — ҡаҙаныштарҙан һәм еңеүҙәрҙән торған сикһеҙ баҫҡыс ул. Кешенең үҙенсәлеклелеген уның ыңғай һәм кире яҡтары, шулай уҡ уны башҡаларҙан айырып торған сифаттары билдәләй».
Красноярск крайының Халыҡтар дуҫлығы йорто сайтында «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһы өсөн тауыш биреү башланды. Унда Башҡортостан һылыуы өсөн үҙ тауышығыҙҙы ҡалдыра алаһығыҙ.
«Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығы директоры урынбаҫары Луиза Закирйәнова әйтеүенсә, республика был конкурста 2011 йылдан алып ҡатнаша. Башҡортостан сибәрҙәре ике тапҡыр төп титулға эйә булды. Һылыуҡай тажын 2014 йылда — Айгөл Сафина, 2015 йылда иһә Гөлназ Шәмсетдинова яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика