03:20 (UTC+5), 23 Октября 2017

Башҡортостан студенттары Голдберг кубогын яуланы

Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат үҙәге
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универеситеты командаһы (BSPU_Team) «Голдберг кубогы 2017» бөтә Рәсәй командалы инженер ярышында абсолют I урынды яулап, 50 000 һум күләмендә төп бүләкте отто һәм 2018 йылда Тулузда (Франция) Fab14 халыҡ-ара форумына барыу мөмкинлегенә эйә булды. Башҡорт дәүләт педагогия университеты командаһы һәм бөтә Башҡортостан исеменән физика-математика факультеты студенттары – физика-астрономик белем биреү йүнәлеше магистранты Вәлиев Радион менән электроника һәм наноэлектроника һөнәре буйынса 2 курс студенты Егоров Алексей сығыш яһаны, тип хәбәр итә юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте.
Голдберг машинаһы – ул ғәҙәти булмаған алым менән ҡулланылған ябай материалдарҙан эшләнгән ҡатмарлы конструкция. Уларҙы ябай мәсьәләне сисер өсөн, мәҫәлән, лампаны ҡабыҙыу йәки шапылдатҡысты атыу өсөн домино нигеҙендә төҙөлгән төрлө-төрлө хәрәкәттәр сылбыры ярҙамында төҙөйҙәр һәм тоташтыралар. Хәрәкәт сылбыр буйынса, туҡтауһыҙ бер-бер артлы бара, уларҙың төрлөлөгө һәм финал һөҙөмтәлелеге инженерҙың фантазияһына ғына бәйле.
Голдберг машинаһын уйлап табыуға һәм уны төҙөүгә студенттар өс аҙнанан ашыу ваҡыт сарыф иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика