06:30 (UTC+5), 23 Октября 2017

Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы һәм Нефтекамалағы филиалдары һаҡланып ҡаласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы һәм Нефтекамалағы филиалдары һаҡланып ҡаласаҡ һәм эшен дауам итәсәк. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың төбәктәге алдынғы юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашыуында белдерҙе.
Вице-премьер әйтеүенсә, Рөстәм Хәмитовтың уҙған йылдағы «тура элемтә» йомғаҡтары буйынса ҡушыуына ярашлы, Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы һәм Нефтекамалағы филиалдарын һаҡлау буйынса мәсьәлә өйрәнелгән. Уларҙың составына Сибай педагогия һәм Нефтекама машиналар эшләү колледждары ингән.
Бынан тыш, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы менән Стәрлетамаҡта университет асыу тураһында мәсьәлә тикшерелә.
Бөгөнгә туғыҙ ҡалала 12 филиал эшләй. Авиация университетының Күмертауҙағы һәм Ишембайҙағы филиалдарында авиация һәм машиналар эшләү мәғариф кластеры булдырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика