04:30 (UTC+5), 20 Октября 2017

Яңы тыуған Рәсәй граждандары дәүләттән бүләк аласаҡ

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙә яңы тыуған һәр сабый киләһе йылдан дәүләттән бүләк аласаҡ. Балаларға бүләк тапшырыу Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән Балалыҡ ун йыллығы сиктәрендә 2020 йылғаса төп саралар планы проектына ингән, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
Бүләктәрҙе әсәләргә бала табыу йортонан сыҡҡанда тапшырыу күҙаллана. Белгестәрҙең һүҙҙәренсә, уның күбеһенсә Рәсәйҙә етештерелгән бала сепрәге (подгузник), шылтыраҡ, кейем-һалым һәм башҡа йәш балаға кәрәкле нәмә булыуы мөмкин.
Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында иҫәпләүҙәренсә, был башланғыс илебеҙ етештереүселәренә ярҙам итергә мөмкинлек бирәсәк, демографик хәлде яҡшыртыу өсөн дәртләндергес сара булып торасаҡ.
Проект Иҡтисади үҫеш министрлығында килешеү үткән. Шуның менән бергә ошо сараны уҙғарыу һәм финанслау тәртибе хаҡында аныҡ тәҡдимдәр юҡ. Хеҙмәт министрлығының фекеренсә, быға төбәктәр аҡса бүлергә тейеш.
Башҡортостанда бөтә әсәләр ҙә республика хөкүмәтенең башланғысы буйынса бала табыу йортонан сыҡҡанда бүләктәр ала. Уға йоҡа һәм йылы йүргәктәр, баш кейемдәре һәм миҙгел буйынса юрған инә. Кәрәк булғанда сабый яңы әйберҙәрҙе дауаханан сыҡҡанда кейеп ҡарай ала. Һәм, әлбиттә, бүләккә илдең яңы гражданына һәм уның ата-әсәләренә ҡотлау открыткаһы ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика