02:40 (UTC+5), 20 Октябрь 2017

WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Башҡортостан вәкиле бронза яуланы

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Абу-Дабиҙа (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Сибай күп профилле профессиональ колледжының дүртенсе курс студенты Рафаэль Яхин «Таш юныу эше» компетенцияһында бронза яуланы.
Ул Бразилия һәм Англияның йәш профессионалдарынан ҡалышты, уларҙа алтын һәм көмөш награда.
Рафаэлдең һүҙҙәренсә, ул бөтә конкурс эштәрен да башҡара алған, барыһын да ҡуйылған ваҡытта эшләгән, әммә ныҡ арып, йоҡларға ятҡан. Үҙенең бронзаһы хаҡында һөйләгәндә, призлы урынға иҫәп тотоуын билдәләне.
Абу-Дабиҙа донъя чемпионаты үҙ майҙансығында 69 илдән 1300 ҡатнашыусыны йыйҙы. WorldSkills Russia милли йыйылмаһы миҙал өсөн 52 компетенция буйынса көрәшә. Илебеҙҙән 58 конкурсант – 25 йәшкәсә колледж студенттары һәм уны тамамлаусылар, «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) милли чемпионаты еңеүселәре һәм призерҙары үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Рәсәй WorldSkills Competition донъя чемпионатында тәүгә бөтә компетенцияларҙа ла сығыш яһаны. Башҡа бер ниндәй ил дә Абу-Дабиҙағы ярыштарға йыйылмаһын тулы составта ебәрмәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика