09:24 (UTC+5), 20 Октября 2017

Башҡортостанда иҫән саҡтарында иҫерткес эсемлектәр таратыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе мосолмандар йолаһы буйынса ерләмәҫкә тәҡдим иттеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда иҫән саҡтарында иҫерткес эсемлектәр таратыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе мосолмандар йолаһы буйынса ерләмәҫкә тәҡдим иттеләр. Наурыҙ ауыл советы башлығы Закир Ғарипов Учалы районы имамдары менән осрашыуҙа ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.
«Учалы гәзите» хәбәр итеүенсә, ул хөрмәтле йыйылышҡа үҙҙәре айыҡ тормош алып барып та, башҡаларҙы эсереүҙән тартынмаған кешеләрҙән саҡырыу булһа, ошондай сараларҙа ҡатнашыуҙан баш тартырға тәҡдим итте.
Район имамдары был тәҡдимде бер тауыштан хуплап сыҡты.
«Бөгөн халыҡты һаҡлап ҡалыу хаҡында һүҙ бара. Әлбиттә, тыуым тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк, ләкин өлкән йәштәгеләрҙең һаулығы хаҡында ла оноторға ярамай. Был миҙалдың бер яғы ғына. Иҫерткес эсемлектәрҙе таратыуға бәйле башҡа бәләләр күпме? Урындағы руханиҙар бер яҡтың ғына фекерен яҡларға йыйынмай. Һәммәбеҙ ҙә ошо көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Учалыларға намыҫ ҡушҡанса йәшәргә һәм башҡаларға зыян килтермәҫкә тырышығыҙ, тип әйткем килә. Ошо осраҡта ғына «һәр кемгә үҙенә» принцибы ысын мәғәнәгә эйә буласаҡ», — тине «Учалы гәзите»нә Учалы ҡалаһы һәм районының имам-мөхтәсибе Дим Закиров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика