11:30 (UTC+5), 20 Октября 2017

Абу-Дабиҙа WorldSkills чемпионатында Башҡортостандан бронза призер: «Был Рәсәйҙең «таш юныу эше» компетенцияһында бөтә ваҡыт эсендә тәүге миҙалы»

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Абу-Дабиҙа WorldSkills Competition-2017 44-се донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Сибай күп профилле профессиональ колледжының дүртенсе курс студенты Рафаэль Яхин «Таш юныу эше» компетенцияһында бронза миҙал яулауына ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
«Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен, сөнки илебеҙ был йүнәлештә яңыраҡ ҡына үҫешә башланы. Был Рәсәйҙең «таш юныу эше» компетенцияһында бөтә ваҡыт эсендә тәүге миҙалы, — тине Рафаэль Яхин «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә биргән эксклюзив интервьюла. — Бында еңел булманы, әммә Европалағы чемпионаттан ҡатмарлыраҡ түгел, сөнки ошо стартҡа ныҡлап әҙерләндек. Күнекмәләр, йыйылыштар күп булды, улар ярҙамында белемемде камиллаштыра алдым. Был миҙалға юл оҙаҡ булды һәм ошо ваҡыт дауамында миңә остаздарым ярҙам итте. Тренерҙарыма Марина Попова һәм Әсҡәт Ишбаевҡа, белем алған колледжым директоры Лундеж Байморатовҡа һәм уның урынбаҫары Нәркизә Юсубалиеваға миңә ышанғандары өсөн рәхмәтемде белдерәм. Колледжыбыҙ директоры беҙгә һәр саҡ ярҙам итте, ҡоралдар һатып алды һәм еңеү өсөн барыһын да эшләне. Ул да һөҙөмтә менән ҡәнәғәттер тип ышынам, сөнки донъя чемпионатында яулаған теләһе ҡайһы миҙал – ул ҙур ҡаҙаныш! Ошо мәл өсөн күпме ваҡытымды һәм көсөмде юҡҡа уҙғармағаныма бик шатмын!»
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика