08:42 (UTC+5), 19 Октября 2017

«Роспотребнадзор» геморрагик биҙгәк менән ауырыу осраҡтары буйынса мәғлүмәттәрҙе иғлан итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Йыл башынан Башҡортостанда 795 кеше геморрагик биҙгәк менән сирләгән, улар араһында 17 йәшкәсә 33 бала бар. Башҡортостандағы 41 районда һәм алты ҡалала сысҡан ауырыуы менән зарарланыу осраҡтары теркәлгән. Шуға ҡарамаҫтан, «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығында билдәләүҙәренсә, республикала бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк буйынса эпидемик хәл тыныс тип баһалана.
Нуриман, Тәтешле, Благовещен, Асҡын, Ҡариҙел, Краснокама, Яңауыл райондарында сир күрһәткесе республика буйынса алғанда күберәк. Зарарланғандарҙың яртыһынан ашыуы (52 проценты) биҙгәкте тәбиғәткә сыҡҡанда (урманда, балыҡ тотҡанда), 31 проценты иһә көнкүреш шарттарында йоҡторған.
Табиптар әйтеүенсә, сирҙең билдәләре — юғары тән температураһы, баштың сатнап ауыртыуы, яҡтылыҡҡа һиҙгерлек, күҙ тирәһендә ауыртыу, күңел болғаныу һәм йыш ҡоҫоу.
Сысҡан биҙгәге өҙлөгөүгә килтереүе ихтимал. Уҙған йылдарҙа республикала үлем осраҡтары теркәлде. Төп иҫкәртеү саралары — биләмәләрҙе санитар эшкәртеү һәм шәхси гигиена.
Әлеге ваҡытта республика биләмәләрендә 25 мең гектарға яҡын майҙанда көҙгө дератизация үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика