07:00 (UTC+5), 19 Октября 2017

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Волга буйы нейрохирургия үҙәген төҙөргә тәҡдим итте

Олег Яровиков
Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда Волга буйы федераль округының нейрохирургия үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошондай башланғыс менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Беренсе Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтары конгресында сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн федераль нейрохирургия үҙәктәре Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында – Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Новосибирскиҙа һәм Төмәндә генә бар. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында 30 миллионға яҡын кеше йәшәй – ил халҡының бишенсе өлөшө.
- Беҙҙең республика биләмә, халыҡ буйынса ла ҙур. Нейрохирургия ярҙамын артабан камиллаштырмайынса, ә уны беҙҙә 10 меңдән ашыу пациент ала, бер нисек тә булмай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Өфөлә тағы ла бер федераль нейрохирургия үҙәген һәм айырыуса мөһим – Волга буйы нейрореабилитация үҙәген асырға кәрәк. Хөрмәтле коллегалар, башланғысыбыҙҙы хуплауығыҙҙы һәм уны тормошҡа ашырыуҙа ғилми-методик ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һорайым.
Республика Башлығының һүҙҙәренсә, былтыр Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында бер нисә клиника һәм дауахана корпусы файҙаланыуға тапшырылды. Өфөлә яңы төҙөлгән Республика перинаталь үҙәге эшләй. Республика онкология диспансерында поликлиника менән палаталар корпусы төҙөлә башланды, уға төбәк ҡаҙнаһынан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. 2018 йылда Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы яңыртыла башлай.
- Үҙаллы, үҙ көсөбөҙгә таянып, ҙур төҙөлөш эштәре алып барабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙҙа федераль нейрохирурхия йәки нейрореабилитация үҙәген булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итһәк, әлбиттә, был эшкә ысынлып, ең һыҙғанып тотонорбыҙ, төҙөлөш, файҙаланыуға тапшырыу, бындай төр объектты етди оҙатыу буйынса ла ресурстар, мөмкинлектәр табырбыҙ.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш нейрохирургы Владимир Крылов Рөстәм Хәмитовтың тәҡдимен хупланы.
- Республика етәкселеге тарафынан бындай үҙенсәлекле ҡараш менән һеҙҙең бөтә башланғыстарҙы хуплаясаҡбыҙ, – тине ул.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика