07:05 (UTC+5), 19 Октябрь 2017

Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара конференцияһы асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы эш башланы. Башҡортостандың баш ҡалаһында форум унынсы тапҡыр уҙа. Яҡын һәм сит илдәрҙән танылған ғалимдар, дин белгестәре, мәҙәниәтселәр, философтар, социологтар, политологтар, тарихсылар, шулай уҡ мосолман руханиҙары диндә заманса йүнәлештәрҙе тикшерә. Форумға Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Тажикстан, Мысыр, Иордания, Марокко, Тунис, Төркиә делегациялары килгән.
Конференцияны ойоштороусылар булып Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре Советы һәм Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты сығыш яһай.
Фекер алышыуҙың төп темаһы — ислам мәғарифы, тарихы һәм мәҙәниәте, дини ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, йәштәргә тәрбиә биреү һәм экстремизмды иҫкәртеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр.
Форумдың программаһында пленар ултырыш, панель сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика