03:10 (UTC+5), 18 Октябрь 2017

Салауат районында «Янғантау» геопаркы ойошторола

ru.pinterest.com
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәтендә Салауат районында «Янғантау» геопаркын – республика биләмәһендә Рәсәйҙәге тәүге ЮНЕСКО геопаркын ойоштороу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Ошо хаҡта тәүге тапҡыр йәйгеһен Өфөлә уҙған Халыҡ-ара экология форумында һөйләй башланылар. ЮНЕСКО белгестәре был биләмәне геотуризмды үҫтереү һәм артабан халыҡ-ара статусын алыу йәһәтенән перспективалы тип баһаланы. Әлеге ваҡытта ЮНЕСКО комиссияһына ғариза әҙерләнә. Халыҡ-ара ойошма белгестәре республикаға ноябрь айында килә.
«Янғантау» геопаркына Салауат районындағы туғыҙ айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе инә. Геопарк туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Атап әйткәндә, хәҙер 35 илдә төбәктәрҙең геологик, ландшафт, тарихи һәм хатта техноген үҙенсәлектәре менән таныштырған һәм берләштергән 127 геопарк эшләй. Рәсәйҙә ҡануни кимәлдә әле бер геопарк бар. Ул – 2015 йылдың декабрендә ойошторолған һәм бөтә донъя «Глобаль геопарктар селтәре»нә инергә әҙерләнеүсе «Алтай» геопаркы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика