09:00 (UTC+5), 18 Октября 2017

Башҡортостандан Потякиндар ғаиләһе Бөтә Рәсәй художество ижады конкурсында иң яҡшы алмаштырыусы ғаилә булды

https://haibulla.bashkortostan.ru/
https://haibulla.bashkortostan.ru/
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Алмаштырыусы Потякиндар ғаиләһе Башҡортостан Республикаһы исеменән Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы уҙғарған «Бөтә Рәсәй алмаштырыусы ғаиләләр ассамблеяһы» бөтә Рәсәй художество ижады конкурсы финалында сығыш яһаны. Финал сарала илдең 33 төбәгенән ҡабул ителгән балаларҙы тәрбиәләүҙә ыңғай һөҙөмтәләре булған ғаиләләр ҡатнашты.
Хәйбулла районынан Потякиндар ғаиләһе үҙҙәренең дүрт һәм ҡарауға алған 12 балаға тәрбиә бирә. Алты көн дауамында республика вәкилдәре «Ғаилә – дәүләт нигеҙе», «Әсәй, атай, мин – спортсы ғаилә», «Художество ижады конкурсы» һәм «Ижади ғаилә оҫтаханаһы» конкурс сараларынан торған бай йөкмәткеле программала ҡатнашты. Шулай уҡ конкурс сиктәрендә тәжрибә уртаҡлашыу, актерлыҡ оҫталығы һәм эстрада йыры буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Александр Михайлович һәм Тамара Николаевнаның ҡабул итеүсе ғаиләһе «Бөтә Рәсәй алмаштырыусы ғаиләләр ассамблеяһы» бөтә Рәсәй художество ижады конкурсы финалының тәүге ун иң яҡшы алмаштырыусы ғаиләһенә инде һәм ҡатнашыусы дипломы, бүләктәр менән билдәләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика