07:03 (UTC+5), 18 Октябрь 2017

Башҡортостанда «Кванториум» балалар технопаркы асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Кванториум» балалар технопаркы эшләй башланы. Технопарктың икәүһе – Өфөлә, берәүһе Благовещенда урынлашҡан.
Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов «Кванториум»дың Өфөләге майҙансыҡтарының береһендә булды. Ул «Гагарин-үҙәк» уҡыусыларға техник белем биреү буйынса ярҙам үҙәгендә асылған. Рөстәм Хәмитов технопарктың эше менән танышты һәм республика халҡын инновацион мәғариф учреждениеһының барлыҡҡа килеүе менән ҡотланы.
– Бөгөн республикала өс «Кванториум» асыла, шуларҙың икәүһе – Өфөлә, шул иҫәптән бында, «Гагарин-үҙәк»тә. Благовещенда әле эшләп еткереү талап ителә. Барыһы ла балалар, үҫеп килгән быуын өсөн эшләнелә. Уларҙың яңыса уҡый алыуы өсөн шатбыҙ. Артабан да ошо юҫыҡта эш итәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һәммәгеҙҙе лә ҡотлайым! Ошондай үҙәктәр уңышлы эшләһен, беҙгә бөтә йүнәлештәр буйынса яҡшы белгестәр әҙерләһен ине, тигән теләктәмен. Был бик мөһим. Киләсәктә шулай булыр тип ышанам.
Директор Игорь Нуйкин һүҙҙәренсә, технопарк техник ижадтың өс йүнәлеше: робот техникаһы, пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡороу һәм аэройыһан инженерияһы буйынса эшләйәсәк.
Республика етәксеһе «Аэроквантум», «Робоквантум» һәм «Космоквантум» төркөмдәрендә, шулай уҡ информатика класында һәм «Hi-Tech цех»та – 3D-принтерҙар, һанлы программалы идара итеү станоктары һәм башҡа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған юғары технологиялы прототиплау лабораторияһында булды. Рөстәм Хәмитов уҡыусылар менән аралашты, уларҙың проекттары менән ҡыҙыҡһынды һәм технопарк етәкселеге менән уның эш принциптарын һәм үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе.
– Хәҙер яңы технологиялар быуаты, һәм балалар уның менән ҡуллана белергә тейеш. Бөгөн улар барыһын да һүрәттәрҙә, интернетта ғына күрә. Бөтәһенең дә уларҙы тотоп ҡарау, робот йыйыу мөмкинлеге юҡ. Ошондай техник үҙәктәр, балалар технопарктарын асып, беҙ малай-ҡыҙҙарҙы реаль эштәргә яҡынайтабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. – Бөгөн балалар темаһында аҡса, бизнес эшләргә маташыуҙар бер кемгә лә сер түгел. Ә бында барыһы ла бушлай, һәм был бик һәйбәт.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, шулай уҡ «Балалар өсөн өҫтәмә белем биреү» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә илдең барлыҡ төбәктәрендә «Кванториум» балалар технопарктары асыла.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика