11:10 (UTC+5), 17 Октября 2017

Йыл башынан Башҡортостанда урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙың 291 осрағы асыҡланған

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2017 йылдың башынан Башҡортостанда яҡынса дүрт мең кубометр күләмдә урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙың 291 осрағы асыҡланған, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы. Республика биләмәһендә урмандарҙа 21 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән.
Өсөнсө квартал йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре рейдтарҙа 1,7 мең кубометрҙан ашыу күләмдә рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙың 140 осрағын теркәгән. Ҡайһы бер факттар буйынса 68 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әлеге ваҡытта урмандарҙы тикшереү дауам итә. Ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы һәм лианаларҙы законһыҙ киҫкән өсөн енәйәт, хатта ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеү, шулай уҡ административ яуаплылыҡ ҡаралған, тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.
Рөхсәтһеҙ ҡырҡыу, ағас үҫентеләренә зыян килтереү йәки урманда ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы үҙ белдеге менән ҡаҙып алған өсөн граждандарға — 3-5 мең, вазифалы кешеләргә — 20-50 мең, юридик берәмектәргә 200-500 мең һум штраф янай.
Ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу факттары асыҡланған осраҡта урман һағының телефонына ошо хаҡта хәбәр итергә кәрәк: федераль номер: 8-800-100-94-00 (Рәсәй буйынса), төбәк номеры: 8 (347) 218-14-14 (Башҡортостан Республикаһы буйынса).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика