17:33 (UTC+5), 17 Октябрь 2017

Сергей Семак һәм уның ҡатыны Анна етем балаларға ярҙам иткәндәре өсөн «Ҡауҙы ҡанаттары» премияһын алды

Валерий Шахов
Валерий Шахов
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. «Өфө» футбол клубының баш тренеры Сергей Семак һәм уның хәләл ефете Анна етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн «Ҡауҙы ҡанаттары» премияһына лайыҡ булды. Улар «Шәхес» номинацияһында билдәләнде. Премияны һәм осоп барған ҡауҙы һәм бала рәүешендәге иҫтәлекле статуэтканы тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙә Дәүләт Кремль һарайында уҙҙы, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Анна Семак.
Уҙған йылда Сергей Семак ҡатыны Анна менән бергә мөмкинлектәре сикле ҡыҙҙы тәрбиәгә алды. Хәҙер ғаиләлә һигеҙ бала. Ҡыҙҙың исеме Татьяна, уға 11 йәш. Шулай уҡ Семактар тәүге никахтан улы Ильяны, Аннаның беренсе никахтан тыуған ҡыҙы Майяны һәм уртаҡ балалары: Семенды, Иванды, Варвараны, Савваны һәм Иларияны тәрбиәләй.
Белешмә. «Ҡауҙы ҡанаттары» премияһы Мәскәүҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау департаменты тарафынан булдырылған. Маҡсаты — етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергән граждандарға һәм ойошмаларға рәхмәт белдереү һәм ошондай балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы популярлаштырыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика