04:40 (UTC+5), 17 Октябрь 2017

2019 йылда туғыҙынсы кластар өсөн рус теле буйынса телдән мотлаҡ имтихан индерелә

Башинформ
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2019 йылдан туғыҙынсы кластар өсөн рус теленән телдән имтихан мотлаҡ рәүештә була. Әңгәмә февралдең икенсе шаршамбыһында үтә, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
Имтихан 11 кластар яҙған йомғаҡлау иншаһы кеүек зачет форматында баһаланасаҡ. Уны тапшырмайынса уҡыусылар йомғаҡлау аттестацияһына инә алмаясаҡ. Эште башҡара алмағандарға ҡабаттан тапшырырға рөхсәт бирелә.
Яңы имтихан дәрестәрҙә телдән эшләү формаһын ҡулланыуҙың әһәмиәтен билдәләйәсәк. Телмәр үҫтереү, төрлө кешеләр менән иркен аралашыу һәләте – теләһе бер заман кешеһенә мотлаҡ кәрәкле сифат, тип ышаныс белдерә Федераль мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика