06:50 (UTC+5), 16 Октября 2017

Быйыл Башҡортостанда уҙған йылға ҡарағанда биш меңгә аҙыраҡ сабый тыуған

а
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ағымдағы йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда тыуым 13,3% кәмегән. 2017 йылдың башынан төбәктә 37 228 сабый донъяға килгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был һан 5719 сабыйға аҙыраҡ. Отчетты республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән.
Статистикаға ярашлы, Башҡортостандың ҡайһы бер район һәм ҡалаларында тыуым сиреккә кәмегән, икенселәрендә артҡан. Өфөлә тыуымдың 13% кәмеүе күҙәтелә.
Ағымдағы йылда бынан алдағыһы менән сағыштырғанда үлем осраҡтары республика буйынса 4,2% һәм Өфөлә 5% аҙайған. Йыл башынан республикала 40 меңгә яҡын, Өфөлә иһә 9,7 меңдән ашыу кеше вафат булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика