13:04 (UTC+5), 16 Октября 2017

Башҡортостанда «Эко-китап» акцияһы барышында макулатураны китаптарға алмаштырырға мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда макулатура йыйыу буйынса «Эко-китап» акцияһы башланды. Унда теләгән һәр кем, шул иҫәптән мәғариф учреждениелары, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре, предприятиелар һәм ойошмалар ҡатнаша ала. Һәр 100 килограмм макулатура өсөн өс китап тапшырыла. Акция Экология йылына бағышланған. Ойоштороусылар булып «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе һәм «Комсомольская правда» гәзите сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһенән.
Проект тап йәштәргә йүнәлтелгән. «Эко-китап»та ҡатнашыусылар өсөн «Донъяның бөйөк музейҙары», «Рәхәтләнеп сәйәхәт ит», «Үҫмерҙәр китапханаһы» коллекциялары әҙерләнгән.
Акция 2017 йылдың декабренә ҡәҙәр дауам итә. Ҡағыҙ, картон һәм иҫке журналдарҙы «ВторМаркет» хеҙмәткәрҙәре йыя. Ҡатнашыусыларға тапшырылған макулатураның ауырлығы яҙылған квитанция бирелә. Артабан «аҡыллы» бүләктәрҙе килтергәндәрен көтөргә генә ҡала. 18 декабрҙә ойоштороусылар акцияға йомғаҡ яһай, еңеүселәрҙе бүләкләй, әүҙем ҡатнашыусыларға индивидуаль бүләктәр ҡаралған. Хатта 50 килограмға етмәгән макулатура өсөн дә бүләктәргә өмөт итергә мөмкин.
«Акцияның мәғәнәһе кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙы йыйыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ул күпкә тәрәнерәк, — тип иҫәпләй «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Эдуард Сәйетбатталов. — Беҙ күңелдәребеҙҙең экологияһы мәсьәләһен күтәрәбеҙ. Үҫеп килгән быуын азат тормош йүнәлештәре шарттарында тыуған. Хәҙер күптәрҙең изгелек, намыҫ, тоғролоҡ кеүек төшөнсәләргә мөнәсәбәте дөрөҫ түгел. Йыш ҡына матди мотивтарға өҫтөнлөк бирелә. Кешеләр өҫтөнлөктәрҙе, ҡиммәттәрҙе дөрөҫ һайларға өйрәнергә тейеш».
Акция тураһында положение менән баҫманың сайтында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика