06:29 (UTC+5), 13 Октября 2017

Республикала күҙҙәре күрмәгән мосолмандар Ҡөрьән тексын уҡый ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Башҡортостан һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың китап фонды Брайль системаһы — рельефлы-нөктәле тактиль шрифт буйынса яҙылған Ҡөрьән менән тулыланды. Ошо бүләкте, шулай уҡ башҡа ислам әҙәбиәтен учреждениеға республика мосолмандарының Диниә назараты тапшырҙы.
«Күреү һәләтенән мәхрүм ҡалыу – кеше өсөн ҙур һынау. Бына беҙ һуҡырҙарҙы йәлләйбеҙ, Хоҙай алдында яуап тоторға тура килгәндә, улар беҙҙе йәлләр, моғайын. Сөнки беҙҙән ошо бүләкте нисек һәм ниндәй маҡсатта файҙаланыуыбыҙҙы һораясаҡтар», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйөнөң беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов.
Артабан Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының һәм китапхананың хеҙмәттәшлеге дауам итәсәк.
Насар күргән һәм һуҡыр кешеләр өсөн махсус китапхана — республикала берәү генә. Бөгөн китап һаҡлағыс — башҡорт, татар һәм рус телдәрендә мультителле аудиокитаптар һәм текста график һүрәттәр менән Брайль китаптарын сығарыу буйынса лидер. Башҡортостанда китапхананың бүлектәре, шулай уҡ бөтә категориялағы инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү буйынса методик үҙәге бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика