10:25 (UTC+5), 13 Октября 2017

Өфөлә Рәсәй һәм Ҡытай нейрохирургтарының беренсе конгресы үтәсәк

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 18-20 октябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында Беренсе Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтары конгресы үтә. Сараны Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Нейрохирургтар ассоциацияһы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Ҡытай нейрохирургтары йәмғиәте ойоштора.
Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Конгреста Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Новосибирскиҙан, Екатеринбургтан, Ҡазандан, Өфөнән, Ҡурғандан, Ставрополдән, Краснодарҙан, Түбәнге Новгородтан, Һамарҙан һәм башҡа ҡалаларҙан Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары ҡатнашасаҡ.
Ҡытай Халыҡ Республикаһынан баш ҡалалары – Пекин, провинциаль ҡалалар – Харбин, Гуанчжоу, Чанша, Тяньцзинь, Шэньян, Сиань, Сучжоу докторҙары йыйыласаҡ. Норвегия һәм Канада профессорҙары форумдың абруйлы ҡунаҡтары буласаҡ.
Ғилми программа сиктәрендә пленар ултырыштар, секция һәм оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, уҡытыу семинарҙары уҙасаҡ.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика