04:00 (UTC+5), 13 Октября 2017

2018 йылда яҡынса Берҙәм дәүләт имтихандары көндәре билдәле булды

асыҡ сығанаҡтарҙан
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2018 йылда яҡынса Берҙәм дәүләт имтихандары көндәре билдәле булды. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының имтихандар теҙмәһе проекты федераль норматив хоҡуҡи акттар порталында урынлаштырылған.
Документҡа ярашлы, 2018 йылда БДИ 28 майҙа география һәм информатика буйынса имтихандарҙан башлана. 30 майҙа – база кимәлендәге математика, 1 июндә – профилле математика буйынса БДИ була. Химия һәм тарих 4 июнгә билдәләнгән. 6 июндә – рус теле, 9 һәм 13 июнь – сит телдәр (телдән). Йәмғиәтте өйрәнеү – 14 июндә, биология һәм сит телдәр (яҙма өлөшө) буйынса БДИ 18 июндә үтә. Төп ағым 20 июндә әҙәбиәт һәм физика буйынса имтихандар менән тамамлана.
Резерв көндәр – 22 июндән 2 июлгә ҡәҙәр.
Имтихандар теҙмәһе проектында шулай уҡ алдағы йылдарҙа тамамлаусылар һәм ғәфү итерлек сәбәп буйынса ағымдағы йыл сығарылыш уҡыусылары ҡатнашасаҡ ваҡытынан алдағы ағым көндәре билдәләнгән, ул 21 марттан 4 апрелгәсә үтә.
Йәҙүәл проектына ярашлы, сентябрь ағымы 4 (рус теле) һәм 7 сентябрҙә (база кимәлендәге математика буйынса БДИ) уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика