13:00 (UTC+5), 12 Октябрь 2017

«Шүлгәнташ» комплексының төҙөлөш проекты «Көмөш билдә» архитектура наградаһына эйә булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Зодчество» XXV халыҡ-ара фестивалендә «Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы төҙөлөшө» проекты «Йәш архитекторҙарҙың ижады» номинацияһында лауреат булды һәм архитектура өлкәһендә «Көмөш билдә» наградаһын алды. Фестиваль Мәскәүҙең «Ҡарауанһарай» күргәҙмә комплексында уҙҙы.
«Зодчество» халыҡ-ара фестивале – сит илдәр ҡатнашлығында милли ҙурлыҡтағы ваҡиға, Рәсәй ҡалаларының һәм төбәктәренең ижади архитектура коллективтарының, проект институттарының, оҫтаханаларҙың һәм бюроларҙың, йәш архитекторҙарҙың, архитектура вуздары һәм факультеттары студенттарының, балалар архитектура-художество коллективтарының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштарын ҡарау. Тарихи мираҫты һәм тәбиғәт мөхитен һаҡлап ҡалып, архитектура һәм ҡала төҙөү бурыстарын профессиональ һәм ижади яҡтан хәл итергә һәләтле архитекторҙар быуынын тәрбиәләү маҡсаты менән йәш талантлы белгестәрҙе асыҡлау һәм бүләкләү фестивалдең маҡсаты булып тора. Фестивалдең бурыстарына шулай уҡ Рәсәйҙә архитектура һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, үҫтереү һәм уның кимәлен күтәреү, иң яҡшы Рәсәй һәм сит ил архитекторҙарының ҡаҙаныштарын күрһәтеүсе конкурстар, күргәҙмә саралары, һүҙ көрәштереү, лекция һәм таныштырыу кеүек аралашыу формалары аша профессиональ статусты нығытыу, тип хәбәр итте Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәре Гөлдәр Йомашева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика