16:50 (UTC+5), 12 Октября 2017

Республиканың төньяҡ нөктәһендә сик бағанаһы ҡуйыласаҡ

автор
автор
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Әлим Фәйезов/. Бөгөн республиканың Яңауыл районында Башҡортостандың төньяҡ географик нөктәһен билдәләгән иҫтәлекле стеланы асыу тантанаһы үтә. Сик бағанаһы Байсар ауылынан төньяҡ-көнбайышыраҡ ҡуйыласаҡ.
Рус географик йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе проекты республиканың дүрт төбәгендә: Яңауыл, Баҡалы, Ейәнсура һәм Учалы райондарында иҫтәлекле сик бағаналарын ҡуйыуҙы күҙаллай. «Башинформ» агентлығына Рус географик йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһендә хәбәр итеүҙәренсә, «республикабыҙҙың сикке географик нөктәләрен картаға билдәләү генә түгел, ә шул урындарҙа уны стела формаһында күрһәтеү биләмә брендына әйләнәсәк, уны күҙ алдына килтерергә ярҙам итәсәк». Был билдәләләр туристарға урында, арауыҡта ориентир алырға, ә уҡыусыларға – Башҡортостандың географияһын яҡшыраҡ өйрәнергә ярҙам итәсәк, тип ышана проектты ойоштороусылар.
««Камнерез» предприятиеһында тейешле таҡталарға заказ бирелгән, улар әҙер һәм республиканың дүрт иң сикке географик нөктәһендә 2 метр 30 сантиметр бейеклектә сик бағаналары формаһындағы стелаларҙа ҡуйыласаҡ», — тип асыҡланылар Рус географик йәмғиәтенең төбәк бүлексәһендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республиканың иң төньяҡ нөктәһе Яңауыл районының Байсар ауылы эргәһендә билдәләнгән, көньяҡ стела – Ейәнсура районының Кужанаҡ ауылы янында, көнбайышы – Баҡалы районының Ивановка ауылы, көнсығышы – Учалы районы Устинов тимер юлы станцияһынан төньяҡ-көнсығышыраҡ ҡуйыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика